Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Май 2019, 17:16

Ваҡыт үтә, хәтер юйылмай

Бөйөк Еңеү байрамы алдынан Сибай институты студенттары, хеҙмәткәрҙәре уҡыу йортоноң музейында йыйылып, яу ҡырында ятып ҡалған яугирҙәрҙе иҫкә алды. “Һеҙҙең Еңеү беҙҙең йөрәктәрҙә” тигән саҡырыу аҫтында үтте был сара.

Институт музейында Бөйөк Ватан һуғышы темаһы айырым урын биләй. Бында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы һәм шанлы яу юлына, уның командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған бай стенд булдырылған. Ошонда уҡ дивизияның Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған яугирҙәренең исемлеге, фотоһүрәттәре урын алған.

Бөйөк Ватан һуғышы темаһын “Сибай һәм Урал аръяғы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында” тигән бай йөкмәткеле стенд тулыландыра. Унда төбәктән сыҡҡан батырҙар хаҡында тулы мәғлүмәт бирелгән, яу осоронда баҫылған гәзит, фронттан килгән өсмөйөшлө хаттар урын алған.

Сибай ҡалаһы.
Читайте нас: