Республикала һыуға батыу осраҡтары тураһында хәбәрҙәр бар.
Мәҫәлән, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, Өфө районындағы “Лукоморье” ял паркында бер ир батҡан. Ҡотҡарыусыларға фажиғә тураһында хәбәр бөгөн иртәнге 9.40 сәғәттә килгән. Хәлдең сәбәптәре әйтелмәй.
Бөгөн Ғафури районының Красноусол ауылында бер ваҡиға теркәлгән. Усолка йылғаһы ҡырында уйнаған ете һәм өс йәшлек ҡыҙҙар һыуға төшөп бата башлаған. Уларҙы ошо тирәнән үтеп барған ир күреп ҡотҡарған.
Билдәле булыуынса, көн эҫе ваҡытта күптәр һыу буйына ашыға. Ошоға бәйле ҡотҡарыусылар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмаҫҡа саҡыра. Мәҫәлән, таныш булмаған урындарҙа суммаҫҡа, буйкаларҙан ары китмәҫкә, һыуҙа баҫтырыш уйындары ойоштормаҫҡа, суднолар юлына сыҡмаҫҡа, эскән килеш йөҙмәҫкә, балаларҙы һыуҙа ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа һ.б.
Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу өсөн телефон – 112.