Кисә кис Дыуан районының Мәсәғүт ауылында 62 йәшлек водитель һикһәнде уҙған ҡатынды төкөгән. Инәй кеше юл аша тейешһеҙ урындан сығып барған булған.
Башҡортостан буйынса ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, өлкән йәштәге ҡатын алынған йәрәхәттәрҙән шул урында йән биргән, ашығыс медицина ярҙамы килеп өлгөрмәгән. Әле авария осрағы һәр яҡлап тикшерелә.
Үткән тәүлектә республика юлдарында ун автомобиль аварияһы булған, уларҙа бер кешенең ғүмере өҙөлгән, 11-е төрлө йәрәхәт алған.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 2400-ҙән ашыу осрағы теркәлгән, 75 иҫерек водитель тотолған.