Үткән тәүлектә 68 техноген янғын сыҡҡан, уларҙың 19-ы – торлаҡ секторында.
Башҡортостан биләмәһендә бер тәүлек эсендә дөйөм майҙаны 34 гектар ерҙә тәбиғәт янғыны сығыуы теркәлгән: Ейәнсурала – өс, Белорет районында 31 гектар. Өс урында ут һүндерелгән (32,4 гектарҙа).
Быйыл миҙгел башынан 1199, 46 гектар майҙанда 76 тәбиғәт янғыны сыҡҡан (былтырғы менән сағыштырғанда 49-ға күберәк).
Бөгөн, 11 майҙа, республика буйынса икенсе, урыны менән өсөнсө һәм дүртенсе класлы янғын хәүефе фаразлана. Иң юғарыһы туғыҙ муниципаль районда: Әбйәлил, Архангел, Баймаҡ, Балаҡатай, Белорет, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Учалы, Хәйбулла.
Янғын хәүефе сыҡҡан осраҡта тиҙ арала республика Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә – 8 (347) 218-14-14 (тәүлек әйләнәһенә) һәм Урман һағының берҙәм федераль номерына – 8-800-100-94-00 – шылтыратыу, шулай уҡ утты һүндереү йәһәтенән мөмкин булған сараларҙы күреү һорала.