Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Май 2019, 23:08

Ихтыяр көсө – ҡаныбыҙҙа

Кисә Сочиҙа Төнгө хоккей лигаһы гала-матчынан һуң биргән интервьюһында Рәсәй Президенты Владимир Путин “Үлемһеҙ полк” хаҡындағы тәьҫораттары менән дә уртаҡлашты.

Фото: сош1арзгир.рф
Фото: сош1арзгир.рф
Кисә Сочиҙа Төнгө хоккей лигаһы гала-матчынан һуң биргән интервьюһында Рәсәй Президенты Владимир Путин “Үлемһеҙ полк” хаҡындағы тәьҫораттары менән дә уртаҡлашты.


Алдан хәбәр итеүебеҙсә, дәүләт етәксеһе сарала яуҙа ҡатнашҡан атаһының фотоһүрәтен тотоп уҙғайны.


“Акция башланғанда ҡалала ҡояш балҡый ине, сәғәт ярым тирәһенән шундай көслө йәшенле ямғыр, ел булды. Әммә кешеләр туҡтап ҡалманы, таралманы. Ошо күренешкә ҡарата ни әйтерһегеҙ?” тигән һорауға Владимир Путин:


“Көн торошоноң шулай ныҡ боҙолоуына ҡарамаҫтан, халҡыбыҙ ата-олаталарының портреттарын күтәреп алға барыуын дауам итте. Был беҙҙең бирешмәҫ рухыбыҙҙың быуындан быуынға тапшырыла килеүе хаҡында һөйләй. Көслө ихтыяр ҡаныбыҙға һалынған, мираҫ булып күсә килә”, – тип яуапланы.

Читайте нас: