Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Май 2019, 18:06

Өс ауыл халҡы сабынлыҡһыҙ ҡалырмы?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, республикала янғын хәүефе юғары булған һигеҙ районда урманға инеүгә өҫтәмә сикләүҙәр индерелде.

Фотолар Күсей ауылы сайтынан.
Фотолар Күсей ауылы сайтынан.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, республикала янғын хәүефе юғары булған һигеҙ районда урманға инеүгә өҫтәмә сикләүҙәр индерелде.
Был сара иғлан ителеп тә өлгөрмәне, Баймаҡтың Күсей ауыл биләмәһенә ҡараған Олобейек яғында 400 гектарҙан ашыу ер янды. Күсей, Басай һәм Иҫәнбәт халҡының сабынлыҡтары улар. Тимәк, был кешеләренә быйыл мал аҙығы әҙерләүҙә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуыуы ихтимал.
Янғынды һүндереүҙә айырыуса Иҫәнбәт халҡы әүҙем ҡатнашты. Күптәр үҙҙәренең шәхси тракторында килеп, утты туҡтатыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләне.
Халыҡтың фекеренсә, янғын ауыл янында рөхсәтһеҙ алтын ҡаҙыусылар тарафынан сыҡҡан.
Читайте нас: