Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Май 2019, 21:46

Халыҡ уңайлы мөхиттә йәшәргә теләй

Нефтекама ҡалаһы башлығы Ратмир Мәүлиев хакимиәт вәкилдәре, коммуналь хеҙмәттәр етәкселәре менән берлектә йорт биләмәләре торошон тикшереүҙе дауам итә.

Фото: proneftekamsk.ru
Нефтекама ҡалаһы башлығы Ратмир Мәүлиев хакимиәт вәкилдәре, коммуналь хеҙмәттәр етәкселәре менән берлектә йорт биләмәләре торошон тикшереүҙе дауам итә.


Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, Парк урамы, Кувыкин, Карл Маркс тыҡрыҡтары һәм Комсомол проспекты киҫелешкән урындағы ихаталарҙы ҡарап сыҡты. Халыҡ менән осрашыуҙа биләмәләрҙе төҙөкләндереү, уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу, был йәһәттән булдырылған программаларҙа ҡатнашыу хаҡында фекер алышынды.


Халыҡ әйтеүенсә, Парк урамы, көн һайын йөҙҙәрсә техника үтеп торһа ла, бер нисә тиҫтә йыл инде ремонт күргәне юҡ. Йәнә шуныһы – автотуҡталҡа кәрәк.


Кувыкин тыҡрығында йәшәгәндәрҙе лә ошондай уҡ проблема борсой. Өҫтәүенә уларҙы эргәләге дауаханаға килгән машиналар “баҫа”. Медицина учреждениеһының үҙ парковкаһы булмағанлыҡтан, пациенттарҙың күбеһе автомобилен ошо тыҡрыҡта ҡалдырырға мәжбүр. Һөҙөмтәлә тығылыш, көсөргәнеш, тапалған газондар...


Комсомол проспектында йәшәгәндәр иһә балалар майҙансыҡтарының иҫкелегенә зарланды.


Ратмир Мәүлиев еткерелгән барлыҡ мөрәжәғәттәрҙе ҡарарға, хәл-торошто яйға һалыу өсөн бөтөн мөмкинлектәрҙе файҙаланырға, төрлө программа-проекттар нигеҙендә булышлыҡ ҡылырға вәғәҙә бирҙе.