Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Май 2019, 13:47

"Әллә бөгөн, әллә иртәгә..."

– Дәвление йонсота бит, дәвление! Миңләхмәт ағай ғүмер буйы ҡан баҫымының юғары булыуына зарланды.

Фото: bezprivychek.ru
Фото: bezprivychek.ru
– Дәвление йонсота бит, дәвление!


Миңләхмәт ағай ғүмер буйы ҡан баҫымының юғары булыуына зарланды. Бригадир колхозға эшкә ҡушһа ла, ошо һүҙҙе доға урынына ҡабатланы:


- Эй ҡустым, үҙең беләһең, дәвление бит минең. Бынау эҫелә яланда түгел, өйҙә көскә йөрөйөм. Сәләмәтлегем булһа, йүгереп йөрөп эшләр инем дә, юҡ шул, юҡ... Хоҙай һаулыҡты мыҫҡаллап ҡына биргән. Һис кенә лә рәтем юҡ бит. Әллә бөгөн үләм, әллә иртәгә, тигәндәй. Китеп барһам, балаларым йәл... – Ағай еңе менән әллә булған, әллә булмаған күҙ йәшен һөртөп ала.


Уға ҡатыны Мәхмүзә апай ҡушыла:


– Эй, ошо Миңләхмәтемдең һаулығы булманы инде. Уға эҫе ярамай шул. Һис кенә лә таҙалығы юҡ.


Мәхмүзә апай ирен колхозда түгел, өйҙә лә эшләтмәй әле. Йорт тирәһендә мал-тыуарҙы һеперелеп үҙе ҡарай. Бесәнгә барғанда бабайы аш-һыу ҡараштыра, ә ул балалары менән бергә саба ла, йыя ла, кәбәнен дә ҡоя. Бабайына һәнәккә тотонор әмәл юҡ, күреп ҡалһа, сат барып йәбешә:


– Үҙем, үҙем! Нимә эшләйһең ул?! Үлергә итәһеңме? Һиңә ярамай!


Миңләхмәт ағай дауаханала ла күп ятты, шифаханаларға ла барғыланы. Саҡ ҡына сөскөрә, йүткерә башлаһа, ҡатыны йә теге, йә был дарыуын килтереп сығарҙы:


– Бабай, мә, ошоно эсеп ебәр әле! Бирешеп ҡуйма! Әйттем бит үҙеңде ҡарап йөрө тип. Хас та бала-саға һымаҡ ҡыланаһың.


Балалары үҫеп, ҡырға таралышҡас, бөтә донъя мәшәҡәте Мәхмүзә апайҙың үҙенә ҡалды. Һыуҙы йылғанан ташыны, малдан да өҙөлмәне.


Ваҡыт үтә бирҙе. Ғүмере табип тип йөрөмәгән Мәхмүзә апай етмеше лә тулмаҫ элек үлеп ҡалды. Ә Миңләхмәт ағаймы? Ошо көндәрҙә генә уға туҡһан биш йәш тулды! Үҙ аяғында елдереп йөрөй әле, шөкөр. Һаман ҡан баҫымы юғарылығына зарланып…
Читайте нас: