Бөгөн Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының Вологодская урамындағы күп ҡатлы йортта янғын сыҡҡан.
“Етенсе һәм һигеҙенсе ҡаттарҙағы ике фатирҙы (бер-бер артлы урынлашҡан) һәм балконды ут ялмаған. Янғындың дөйөм майҙаны – 122 квадрат метр”, – тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының урындағы матбуғат хеҙмәтенән.
Төш мәленә янғындың артабан таралыуы туҡтатылған, кискә табан ут һүндерелгән. Хәбәр ителеүенсә, ике кеше ҡазаланған. Һәләк булғандар юҡ. Бинанан 22 кеше, шул иҫәптән һигеҙ бала ҡотҡарылған, йәнә 21 граждан эвакуацияланған.
Янғындың сәбәптәре асыҡлана, урында төрлө белгестәр эшләй.