Илебеҙ сәйәхәтсеһе Федор Конюхов Тымыҡ океандың көньяҡ өлөшө буйлап айырым йөҙөүен тамамланы. Был уның Ер шары тирәләй экспедицияһының беренсе этабы булды.
Рәсәй Президенты Владимир Путин сәйәхәтсене ошо ҡаҙанышы менән ҡотланы.
“Антарктик елдәрҙең һалҡынлығын, 12 баллыҡ штормдарҙы еңеп, һеҙ Яңы Зеландиянан Көньяҡ Америкаға тиклем ун мең саҡрымдан ашыу ара үттегеҙ. Һәм тарихта беренсе тапҡыр был ҡаҙанышҡа ишкәкле кәмәлә өлгәштегеҙ. Һеҙҙең ныҡлыҡ, океан менән “алыш”тағы ихтыяр көсөгөҙ бөтөн донъялағы миллиондарса кешене һоҡландыра”, – тине Владимир Путин.
Ил етәксеһе Федор Конюховтың экспедицияһының йәш быуынды тәрбиәләүҙә баһалап бөткөһөҙ өлөшөн билдәләне, географик асыштар тарихы менән ҡыҙыҡһынған, сәйәхәтселәрҙең, диңгеҙҙә йөҙөүселәрҙең данлы традицияларын дауам итергә теләгән балаларҙың маҡсатҡа ынтылышын көсәйткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.