Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Май 2019, 15:27

"Ярлылыҡ"

Стенкалар сыға башлаған мәл. Ул саҡта диуарҙы тотошлай ҡаплап торған ошо йыһазы булған кеше бай, хәлле һаналды.

Фото: tinhtamvn.ru
Фото: tinhtamvn.ru
Стенкалар сыға башлаған мәл. Ул саҡта диуарҙы тотошлай ҡаплап торған ошо йыһазы булған кеше бай, хәлле һаналды. Бәғзеләр “уларҙың стенкаһы бар” тип ауыҙ тултырып һөйләр ине.


Көндәрҙең береһендә “Рәмистәр ҙә алған икән” тигән хәбәр ишетелде. Быға айырыуса ике туған һеңлеһе Гөлнараның ҡолағы ҡарп итеп ҡалды:
– Кит, булмаҫ!
– Ысын! Үҙем күрҙем!
Был хәбәр Гөлнараның тыныслығын бөтөрҙө. Ул ирен игәргә кереште:
– Нисек инде улар алғанды беҙ һаман алмағанбыҙ?! Ысын булһа, әҙәм ыстрамы! Кит, һинең ир булып йөрөүең! Мысыр хәйерсеһе!
Яңылыҡтың дөрөҫлөгөнә үҙ күҙҙәре менән күреп инанырға теләп, ҡатын ағайҙарына китте. Ысынлап та, ялтлап торған теге шкафтар өйҙө йәмләп ултыра. Матур итеп ҡатлы-ҡатлы китаптар теҙеп ҡуйылған. Ҡатын шкафтарҙы асып-асып ҡараны. Унан:
– Ни эшләп, алыуын алғас, анау Насиптарҙыҡы һымаҡты һайламанығыҙ? Был әллә нисегерәк һымаҡ, – тине.
– Беҙгә ошоноһо оҡшай, – тине еңгәһе.
– Ә мин тегендәйен алыр инем...
Ҡайтҡанда урамда осраған һәр кешегә Гөлнараның хәбәре бер ине:
– Бынау ағайым менән еңгәмде йәлләп килеүем әле. Бигерәк ауыр йәшә йҙәр инде. Эй Алла, стенка алған булғандар ҙа эсен китап, журнал менән тултырғандар. Йә һантыйҙар! Кем стенкаға теләһә нәмә тыға инде?! Исмаһам, бер бөртөк йүнле һауыт-һабалары юҡ... Кеше бит стенкаға хрусталь һауыттар, алтын, көмөш ялатылған ҡалаҡтар ҡуя. Ә улар… Был тиклем дә ярлы булырҙар икән…
Читайте нас: