Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май 2019, 21:27

15 сентябргә тиклем тамамлау шарт

Республикала күп фатирлы йорт подъездарын ремонтлау графикка ярашлы бара.

Фотолар: glavarb.ru
Фотолар: glavarb.ru
Республикала күп фатирлы йорт подъездарын ремонтлау графикка ярашлы бара.


Был хаҡта бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Хөкүмәт вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Киреев белдерҙе.


Уның һүҙҙәренсә, 15 июнгә тиклем 1123 подъезда ремонтты тамамлау планлаштырыла. Был – 2019 йылға ҡаралған эштең дүрттән бер өлөшө. 15 сентябргә тиклем план тулыһынса үтәлергә тейеш. Ремонттың сифатын һәм тейешле ваҡытында башҡарылыуын шул йорттарҙа йәшәүселәр, йәмәғәт ойошмалары ла контролдә тоторға тейеш.


Республика етәксеһе Радий Хәбиров, мөмкинлеккә ҡарап, подъездарҙы яңыртыуҙы ихата биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү менән бергә алып барыу кәрәклеген билдәләне.


“Асылда был эшкә барлыҡ муниципалитеттарҙа тотондолар. Аҡса йүнәлтелде, килешеүҙәр төҙөлдө, – тине Радий Хәбиров. – Йәй уртаһында был эштең арауыҡтағы һөҙөмтәләре хаҡында тағы фекер алышырға тәҡдим итәм. Йәмәғәт контроле ремонттың сифатын ныҡлы күҙәтеп барырға тейеш”.

Читайте нас: