Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май 2019, 20:13

Бындай хәл 35 йыл булмағайны...

Кисә Өфө-Дим метеостанцияһында рекорд теркәлде. Әүәлгеһе 35 йыл торҙо.

Кисә Өфө-Дим метеостанцияһында рекорд теркәлде. Әүәлгеһе 35 йыл торҙо.


Һауа температураһы көндөҙ плюс 31,8 градусты күрһәтте. 1984 йылдың 12 майында иһә 29,4 градус эҫе булған.


Дөйөм алғанда, кисә Башҡортостанда һауа температураһы 30-33 градус йылылыҡҡа етте, таулы төбәктәрҙә – плюс 28-29 градус.

Был аҙнала эҫе бер аҙ баҫыласаҡ.


Фото: golos.io
Читайте нас: