Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май 2019, 14:43

Июндә нисек ял итәбеҙ?

Халыҡ май башындағы ял көндәренә өйрәнеп кенә килә ине, улар бөтөп тә ҡуйҙы. Хәҙер ҡасан тағы оҙайлы ялдар көтә беҙҙе?

Халыҡ май башындағы ял көндәренә өйрәнеп кенә килә ине, улар бөтөп тә ҡуйҙы. Хәҙер ҡасан тағы оҙайлы ялдар көтә беҙҙе?


Сираттағы тапҡыр өс көн рәттән ял ни бары ноябрь айында ғына тәтейәсәк. 4 ноябрҙәге Халыҡтар берҙәмлеге байрамы айҡанлы, рәсәйҙәр 2 ноябрҙән 4-енә тиклем ял итәсәк.


Шулай ҙа бик бошонмайыҡ. Июндә лә ял көндәре бар. 12 июнь – Рәсәй көнө аҙна уртаһына, шаршамбыға тура килеү сәбәпле, бер көн генә ял итәсәкбеҙ.


Ә бына Башҡортостан халҡы июндә бер көнгә артығыраҡ ял итәсәк. 4-ендә – Ураҙа байрамы. Изге Рамаҙан айы тамамланған көндә эшләмәйәсәкбеҙ.


Фото: glavbukh.ru
Читайте нас: