Ял көнө. Ҡасим Арыҫлан улы баҙарҙа:
– Ҡас-и-и-м-м, Ҡас-и-и-м-м, – тигән тауышҡа һиҫкәнеп китте. Тирә-яғына ҡаранды, таныш бер кем дә күренмәй. Тауыш йәнә ҡабатланды.
Бәй, ана, бит тәтәйҙәр һатҡан ерҙә Марат Байрасович тора! Байтаҡ ҡына йылдар бер райондың мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарғайны. Шуға ла уның менән йыш осрашырға тура килде. Талапсан етәксе булды, наградалары ла бар ине. Әммә ниндәйҙер хилафлыҡ табып, эшенән сығарҙылар.
Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, ул элекке етәксенән:
– Ни эш бөтөрөп йөрөйһөгөҙ? – тип һораны.
– Күрмәйһегеҙме ни, һатыу итәм.
– Һеҙ һатыу итәһегеҙ? – Ҡасим Арыҫлан улы быға ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне. – Китсәле, шаяртмағыҙ.
Шул саҡ һатып алыусыларҙың килеүе, Марат Байрасовичтың уларға тәфсирләп яуап биреүе уның, ысынлап та, баҙарҙа эшләүенә дәлил ине.
– Марат Байрасович, бында торғансы мәктәпкә барһағыҙ, һәйбәтерәк булыр ине! Һеҙ бит тарихсы. Ир уҡытыусылар етешмәй. Әтеү шыр ҡатын-ҡыҙ ҡалды бит, ир-атҡа уҡыусылар башҡа төрлөрәк ҡарай, – тине Ҡасим Арыҫлан улы.
– Мин уҡыта белмәйем бит. Уҡытҡаным юҡ... – Элекке түрә тештәрен ыржайтып йылмайҙы.
Ҡасим Арыҫлан улы, шаҡ ҡатып, ҡайтыр яҡҡа йүнәлде. Күрәһең, һәр эшкә лә, ябай ғына күренһә лә, маһирлыҡ кәрәк.
Фото: bigvill.ru сайтынан.