Өфөнөң Октябрь проспектындағы 117-се күп фатирлы йортта йәшәгәндәр подъезд эргәһендә сүп-сар йыйылып китеүенә, йорт янында уны ташларлыҡ һауыттар булмауға зарланды. Етешһеҙлекте “Инцидент-менеджмент” системаһы теркәне.
– Был йортҡа күсеп килеүемә ике йыл. Ихата бысраҡ, ҡайҙа ҡарама сүп-сар. Уны тәртипкә килтереү өсөн социаль селтәр аша мөрәжәғәт иттек, – ти ошо йортта йәшәгән Лилиә Нәбиуллина.
Хәл был мөрәжәғәттән һуң ыңғай яҡҡа үҙгәргән.