Ете һәм өс йәшлек ҡыҙҙар Усолка йылғаһы буйында уйнағанда, ни өсөндөр, һыуға инмәксе итәләр. Бәләкәстәрҙең һыу ағымына торорға көсө лә, хәле лә булмай. Уларҙың батып барғанын күреп ҡалған ир ярҙамға ташланмағанда, хәлдең фажиғә менән тамамланыры көн кеүек асыҡ.
Йәйге эҫе миҙгел башланырға тора, ата-әсәләргә балаларын бер үҙҙәрен ҡалдырмаҫҡа, уяу булырға саҡырабыҙ.