Башҡортостан
-9 °С
Ҡар
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
14 Май 2019, 14:15
1,3 миллион һумлыҡ “ағыу”...
Былтыр февралдә Белорет районында йәшәгән 57 йәшлек ир Магнитогорск ҡалаһында ҙур партиялар менән контрафакт алкоголь һатып алған. Уларҙы ҡуртымға алынған ике гаражда һаҡлаған һәм легаль булмаған алкоголде ҡала һәм район кешеләренә һатҡан.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре унан алты мең шешә, шулай уҡ ун литрлы 100-ҙән ашыу баллон тартып алған. “Эшҡыуар” уны араҡы һәм коньяк тип һатҡан, хаҡын баҙар хаҡтарынан түбәнерәк ҡуйған.
“Белгестәр тикшергәндән һуң асыҡлауынса, спиртлы эсемлектәр билдәләнгән сифат стандарттарына тап килмәй. Экспертиза контрафакт хаҡын 1,3 миллион һумдан ашыу тип билдәләне, – тинеләр прокуратурала. – Ир ғәйебен таныны. Суд уны һынау срогы менән шартлы рәүештә бер йылға иркенән мәхрүм итте. Шулай уҡ 300 мең һумлыҡ штраф һалынды. Алкоголь юҡҡа сығарыласаҡ”.
Фото: 360tv.ru
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.