Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май 2019, 11:33

“Беҙ евроконтейнерға күнектек”

Сүп-сар реформаһы төрлө төбәктәрҙә төрлөсә үтә. Был йәһәттән Октябрьский ҡалаһы – алдынғылар араһында.

Сүп-сар реформаһы төрлө төбәктәрҙә төрлөсә үтә. Был йәһәттән Октябрьский ҡалаһы – алдынғылар араһында.


Дөрөҫөн генә әйткәндә, бында реформа яңы ғына түгел, ә ун йыл элек башланған. Шуға күрә евроконтейнер урынлаштырыу – ҡалала әллә ниндәй яңылыҡ түгел, ә ғәҙәтигә әйләнгән күренеш.


Ябай контейнерҙар янына эре габаритлы сүп өсөн бункер, пластик һәм алюмин һауыт йыйыуға тәғәйенләнгән айырым контейнерҙар, хатта көнкүреш сүп-сарын йыйыу өсөн дә махсус һауыттар ҡуя башлағандар.


– Беҙ бындай евроконтейнерҙарға өйрәнеп тә барабыҙ инде. Сүп-сар элекке кеүек һауытынан ашып ҡойолоп ятмай, алама еҫ тә бик килмәй. Ғөмүмән, ҡарап тороуға ла улар йәмлерәк күренә, – ти Октябрьский ҡалаһында йәшәгән Марат Баймирзоев.


Йыл һайын ҡалала 60 мең тонна самаһы ҡаты коммуналь ҡалдыҡ йыйыла. Шуға күрә быға тиклем булған сүп-сарҙы сорттарға айырған комплекс янына тағы ла ҡорамал ҡуйғандар. Ул йылына 40 мең тоннаға тиклем ҡаты коммуналь ҡалдыҡ эшкәртеүгә һәләтле.


“Экология Т” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төбәк операторы директоры Илнур Шакиров әйтеүенсә, һуңғы ике йыл эсендә күп фатирлы йорттар янындағы иҫкергән металл һауыттарҙы евроконтейнерҙарға алмаштырып бөткәндәр. Хәҙер сиратта – шәхси сектор. Яҡын арала бында ла был эш башланасаҡ.
Читайте нас: