Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май 2019, 23:34

Иҙән аҫтында – 10 килограмм терегөмөш...

Фото: xrt.ru
Фото: xrt.ru
Ишембай ҡалаһынан бер кеше өс йыл элек һатып алған фатирын капиталь ремонтларға була. Иҙәндәрҙе асҡас, ун килограмм терегөмөш тултырылған шешә таба...


Әлег полиция хеҙмәткәрҙәре ҡурҡыныс “табыш”тың был өйгә нисек килеп эләккәнен һәм ни өсөн һаҡланғанын асыҡлай.


Билдәле булыуынса, терегөмөш – беренсе класс хәүефлегенә ҡараған матдә. Тирә-яҡ тәбиғәтте – ер, һауа һәм һыуҙы бысратыу буйынса ла ул бик ҡеүәтле һанала. Кеше өсөн зыяны тураһында иһә барыһы ла яҡшы белә.


Терегөмөш парҙары кешене ағыулай, тын алыу ағзаларына, бауырға, үҙәк нервы системаһына, ашҡаҙан һәм йөрәккә ҙур зыян килтерә. Ныҡ ҡына ағыуланғанда, үлем осраҡтары ла йыш була.
Читайте нас: