Кисә Дәүләкән ҡалаһы янындағы сүплек янды.
Ҡала хакимиәте башлығы Вячеслав Гапоненко әйтеүенсә, янғын һүндереүселәр һәм коммуналь хеҙмәттәр төнгө икенән алып уны һүндереү менән мәшғүл. Һыу һибәләр һәм ут сығанаҡтарын балсыҡ менән күмәләр.
Билдәләнеүенсә, янғын көндөҙгө сәғәт 4-тә саҡ туҡтаған. Сүплек биләмәһе төтөндә. Ундағы ҡомаҡтар ҡалаға йүгерә тип белдерә шаһиттар.
Урындағы халыҡ алама еҫкә зарлана. Әйткәндәй, ҡаланың ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигоны ике ай элек ябылған һәм май башынан алып икенсе тапҡыр яна. Уны яңы ҡалдыҡтарға урын булдырыу өсөн махсус рәүештә өтәләр тигән фекер ҙә бар.