Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май 2019, 16:54

Ҡотҡарыусыларҙың хатаһы асыҡланды

Sukhoi Superjet 100 (SSJ-100) самолетының һәләкәте буйынса Шереметьево халыҡ-ара аэропортының авария-ҡотҡарыу подразделениелары ғәмәлдәренә махсус экспертиза ойошторолдо. Был турала “Лента.ру”ла хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡтан мәғлүм булды.

Sukhoi Superjet 100 (SSJ-100) самолетының һәләкәте буйынса Шереметьево халыҡ-ара аэропортының авария-ҡотҡарыу подразделениелары ғәмәлдәренә махсус экспертиза ойошторолдо. Был турала “Лента.ру”ла хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡтан мәғлүм булды.


Уның әйтеүенсә, эксперттар 50-нән ашыу һорауға яуап бирергә тейеш булған. Улар шулай уҡ ҡотҡарыусылар ғәмәлдәренең адекват булыуына, норматив документтарҙың халыҡ-ара талаптарға яуап биреү-бирмәүенә ҡағыла.


“Әле осошҡа етәкселек итеүсе “тревога” сигналын самолет ултырғандан һуң 80 секунд үткәс кенә иғлан итеүе билдәләнгән. Шул уҡ ваҡытта норматив документтарға ярашлы, бындай белдереү самолеттан хәүефле сигнал килеү менән, һис юғында – һауа судноһы түбән төшә башлағас та яһалырға тейеш”, – тип билдәләй сығанаҡ.


Уның әйтеүенсә, ут ялмаған SSJ-100 янына беренсе булып килеп еткән ҡотҡарыу автомобиле осош-ултырыш траверсындағы авария-ҡотҡарыу формированиелары йыйылған нөктәнән түгел, ә депонан сыҡҡан. Ғөмүмән, һәләкәткә осраған самолет ултырған мәлдә был нөктәлә техника бөтөнләй булмаған тигән мәғлүмәт тә бар.


Хәүеф хаҡында иҫкәртеүгә ҡарамаҫтан, ҡотҡарыусылар техниканы тулыһынса йәлеп итеү сараһын күрмәгән. Атап әйткәндә, SSJ-100 самолетындағы янғынды һүндереүҙә ҡатнашырға тейешле алты Elefant автомобиленең тәүге алты минутта икәүһе генә килеп еткән, уларына ла янған яғыулыҡты һүндереү өсөн тәғәйенләнгән күбек урынына, һыу ғына тултырылған булған.


“Тимәк, ҡайһы бер граждандар авиацияһы хеҙмәткәрҙәренең ҡотҡарыу ғәмәлдәренең ҡағиҙәләргә тап килеүе тураһындағы белдереүе, йомшаҡ итеп әйткәндә, дөрөҫлөккә тап килеп етмәй. Улар әлегә тиклем тәфтишселәр тарафынан да раҫланмаған”, – тип билдәләй сығанаҡ.


Фото: Commentarii.ru.
Читайте нас в