Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май 2019, 17:13

Һуңғы сиккә тиклем бирешмәне

Республика Хөкүмәте вице-премьеры Артур Әхмәтханов ҡапыл вафат булды.

Республика Хөкүмәте вице-премьеры Артур Әхмәтханов ҡапыл вафат булды.


“Дуҫым, башҡорт халҡының ысын улы китте. Ҡаты ауырый ине, һуңғы сиккә тиклем көрәште”, – тип яҙа социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Радий Хәбиров уның тураһында.


Мәғлүм булыуынса, Артур Әхмәтханов вице-премьер вазифаһына былтыр октябрҙә тәғәйенләнгәйне. Республика Хөкүмәтендә ул именлек, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Юстиция буйынса дәүләт комитеты, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләрен көйләне.


Артур Фәрүәз улы 1962 йылда Салауат районында тыуған. Уголовный розыск оперуполномоченныйынан алып Өфөнөң Орджоникидзе район эске эштәр идаралығы начальнигына тиклем хеҙмәт юлы үткән. Алты йылға яҡын республика Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына етәкселек итә, Башҡортостан эске эштәр министры урынбаҫары, йәмәғәт именлеге милицияһы хеҙмәте начальнигы була. 2008 – 2016 йылдарҙа – Төньяҡ Осетияла эске эштәр министры.


Фото: mail.ru
Читайте нас: