Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май 2019, 01:18

Әйҙең ярын боҙалар...

Социаль селтәрҙә граждандарҙың мөрәжәғәттәре буйынса эш дауам итә.

Социаль селтәрҙә граждандарҙың мөрәжәғәттәре буйынса эш дауам итә.


Күптән түгел Ҡыйғы районынан ошондай йөкмәткеле яҙма алынды:


“Иҫке Мөхәмәт ауылы янындағы Әй буйы туғайында ҡом-ҡырсынташ ҡатышмаһы сығарыла. Бынан йылғаның яр линияһы боҙола. Уны тергеҙеүгә аҡса, чиновниктар әйтеүенсә, юҡ һәм булмаясаҡ.


“Ер аҫты тураһында”ғы Рәсәй законының 11-се статьяһында билдәләнгәнсә, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өсөн дәүләттән махсус рөхсәт кәрәк. Ә бында кемдә лицензия бар? Иҫке Мөхәмәттән ҡом-ҡырсынташ ҡатышмаһын Үрге Ҡыйғыға һатырға алып китәләр. Быны кем ойошторған? Район хакимиәтеме? Рөхсәтһеҙ эш алып барған ғәйепле чиновниктар барыһы өсөн дә яуап бирер тип ышанабыҙ”.


Хатҡа Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Шамил МӨХӘМӘТДИНОВ яуап бирҙе:


“Мөрәжәғәтте алғас, Ҡыйғы районы хакимиәте һәм Ибрай ауылы Советы белгестәре урынға барып тикшереү үткәрҙе. Билдәләнеүенсә, ҡом-ҡырсынташ ҡатышмаһын сығарыу законға ярашлы алып барыла. Быны республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан 2010 йылдың 30 сентябрендә бирелгән 416-сы справка раҫлай.


Ҡом-ҡырсынташ ҡатышмаһын ауыл биләмәһе үҙ мохтажлыҡтары һәм юлға һибеү өсөн ала. Юл быйыл июлдә рәтләнә башлаясаҡ.


Ысынлап та, Әйҙең яры йыуыла. Әммә был ҡом-ҡырсынташ ҡатышмаһы алыуҙан түгел – карьер ул урындан 900 метр аҫтараҡ”.
Читайте нас: