Халыҡ-ара ғаилә көнөндә Баймаҡ ҡалаһының Никах йортонда ике бәхетле парға 50 йыл бергә йәшәүҙәре уңайынан “Алтын никах” танытмаһы тапшырылды.
Улар – Фирҙәүес менән Радмил Аҙнабаевтар, Светлана һәм Анатолий Витюктар. Бәхетле парҙарҙы ҡотларға балалары, туғандары ла килгәйне.
Юбилярҙар әйтеүенсә, 50 йыл ғүмер тиҙ арала үтеп тә киткән, уларҙың күңелендә ошо бергә йәшәүҙең иң матур иҫтәлектәре генә һаҡланған.
“Бер-берегеҙҙе ҡәҙерләп, яҡлап, һаҡлап йәшәгеҙ! Ғүмер тиҙ үтә, ул үкенесле булмаһын. Һәммәгеҙгә лә беҙҙең кеүек татыулыҡта, бәхеткә, мөхәббәткә сорналып йәшәргә яҙһын”, – тип изге теләктәрен еткерҙе өлкәндәр.