Был шифаханала ял итеү, дауаланыу өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә булдырылған. Хеҙмәткәрҙәр асыҡ йөҙлө, мөләйем, һәр кем менән ипле һөйләшә. Беҙ айырыуса Әлфинә Әхтәмова, Гөлсинә Сафина, Рәхилә Болтаева, Ләйсән Асҡарова, Зәлиә Баймөхәмәтова, Рәсилә Буранбаева, Разия Хәбирова, Оксана Тажиева, Рәйсә Аманғолова, Римма Мөхәмәтшина, Линара Иҫтамғолова, табиптар Тайфур Әйүпов менән Вячеслав Маганиевҡа ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Бар ерҙә таҙалыҡ, бөхтәлек урынлаштырған ҡыҙҙар, ашнаҡсылар, техник персонал һәр береһе үҙ эшен белеп, урын-еренә еткереп башҡара.
Башҡортостан шифаханалары гөрләп үҫһен, халыҡ үҙебеҙҙә ял итеүгә өҫтөнлөк бирһен, тигән изге теләктә ҡалабыҙ.