Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында “Бала саҡ-2019” векторы” Бөтә Рәсәй конгресы башланды. Ул үҙ эсенә ике ҙур сараны – Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең XVI съезын һәм III Республика ата-әсәләр форумын берләштерә. Унда Рәсәйҙең 85 төбәгенән 300-ҙән ашыу делегат ҡатнаша.
Конгреста, съезда һәм форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова тәбрикләне. Шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың конгресҡа ҡотлау сәләме еткерелде.
Конгрестың пленар өлөшө дәүләттең демографик сәйәсәтенең көнүҙәк мәсьәләләренә, әлеге йүнәлештәге бурыстарҙы хәл итеүгә арналды. Артабан ата-әсәләр форумы һәм Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең съезы үҙ эшен майҙансыҡтарға бүленеп дауам итте.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы