Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров яңы ремонтланған подъездарҙы боҙоу осраҡтарына ҡаты ҡарашын белдерҙе.
Социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә ул халыҡҡа шундай мөрәжәғәт еткерҙе:
“Беҙ һеҙҙең менән тормош шарттарын яҡшыртыуға бөтөн күңелебеҙҙе һалабыҙ. Ә хәҙер, күрегеҙ, ҡайһылыр йүнһеҙҙәр яңы ремонтланған подъездарҙа ниҙәр эшләй башланы! Был йәһәттән һеҙҙең ярҙамһыҙ бер ни ҡыла алмайбыҙ. Быны бит күршеләрегеҙ эшләй. Улара араһынан күптәр түгел, ә бер нисәү барлыҡ тәртипле кешеләрҙең тормошон боҙа. Шундай осраҡты күрәһегеҙ икән, участковыйға шылтыратығыҙ! Был мәсьәлә буйынса йәмәғәтселәрҙең ярҙамына ныҡлы иҫәп тотам”.
Республика етәксеһе ошоға оҡшаш бер ваҡиғаны ла иҫкә төшөрөп уҙған:
“Ун ике йыл элек миңә бер район етәксеһе килде. Ап-аҡ. “Мине ултыртырҙар моғайын”, – ти. Беҙ ул мәлдә шул район биләмәһендә ҙур сара үткәрергә йыйына инек. Етәксе нигеҙ буйында ултырған ирҙәргә, иҫкеһен алмаштырып, яңы ҡойма эшләргә рәшәткә бирҙерткән. Тик улар, беҙгә былай ҙа һәйбәт, алмаштырмайбыҙ, тип белдергән. Ә башлыҡ, эшселәр табып, барыбер рәшәткәне яңырттырған. Буяған. Ә иртәнсәк шуға шаһит булған: теге ирҙәрҙең береһе рәшәткәләрҙе һындырып йөрөй икән. Уға, йәнәһе, был урындан тура үтергә кәрәк, өс метрҙы урап уҙырға йыбана. Башлыҡтың иһә сыҙамлығы етмәгән – тегенең яңағына тондорған.
Көс ҡулланыуға ҡаршымын. Әммә был осраҡта мин дә түҙмәҫ инем. Ошондай уҡ хәлде хәҙер подъездарҙы ремонтлау буйынса беҙҙе ҙур программаны тормошҡа ашырғанда ла күҙәтергә тура килә”.
Алда әйтелгәнсә. Республикала 15 июнгә тиклем быйылға ҡаралған дүрт мең подъездың дүрттән бер өлөшө ремонтланырға тейеш. 1 ноябргә тиклем иһә – барыһы ла.