Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2019, 16:27

Миңә бушлай фатир тейешме?

Ҡәҙерле редакция!Атайым Фәхрәзи Фәзлиәхмәт улы Ибраһимов Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа алынып, дүрт йыл һуғышта йөрөп ҡайтты. Ул Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итте, сержант булды. Яу яландарында бер нисә тапҡыр ҡаты яралана. Һуғыштан һуң йәрәхәттәре тынғы бирмәне, оҙаҡ йәшәй алманы. Ҡәҙерле кешем миңә туғыҙ ғына йәштә беҙҙе мәңгелеккә ташлап китте.

Ҡәҙерле редакция!

Атайым Фәхрәзи Фәзлиәхмәт улы Ибраһимов Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа алынып, дүрт йыл һуғышта йөрөп ҡайтты. Ул Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итте, сержант булды. Яу яландарында бер нисә тапҡыр ҡаты яралана. Һуғыштан һуң йәрәхәттәре тынғы бирмәне, оҙаҡ йәшәй алманы. Ҡәҙерле кешем миңә туғыҙ ғына йәштә беҙҙе мәңгелеккә ташлап китте.


Үҙем ғүмер буйы ауылда балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп хаҡлы ялға сыҡтым. Ауыл ерендә йәшәү ауыр булғас, Сибай ҡалаһына күстем. Пенсиям 8600 һум, ә бер машина утын һигеҙ мең һум тора, шуға күрә ул аҡсаға ауылда ла йәшәү бик ауыр. Сибайҙа 18 йыл кеше фатирында түләп торам.


Миңә, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының балаһына, Сибай ҡалаһынан йәшәр мөйөш табылмаҫмы икән?


М. ИБРАҺИМОВА.

Сибай ҡалаһы.


Гәзит уҡыусының хатына Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Р.Ә. Афзалов яуап бирҙе:

– Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексының 49-сы статьяһында торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандар айырып билдәләнгән:

* аҙ тәьмин ителгәндәр;
* Федераль закон, Рәсәй Президенты Указы йәки Рәсәй Федерацияһы субъекттары законына ярашлы билдәләнгән башҡа төр категорияға ҡараған граждандар;
* халыҡ-ара килешеүҙең тура күрһәтмәһенә ярашлы, сит ил граждандары һәм гражданлыҡҡа эйә булмаған кешеләр.

Вафат булған Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарының һәм яугирҙәренең ғаилә ағзаларына тәғәйен социаль ярҙам саралары 1995 йылдың 12 ғинуарында ҡабул ителгән “Ветерандар тураһында” 5-се Федераль закон тарафынан билдәләнгән (артабан – Закон).
Закондың 21-се статьяһында был социаль ярҙам саралары, Рәсәй Федерацияһының пенсия закондарына ярашлы, вафат булған Бөйөк Ватан һуғышы инвалидының йәки яугиренең хеҙмәткә яраҡһыҙ, уның ҡарауына мохтаж һәм ҡараусыһын юғалтыу буйынса пенсия алған ғаилә ағзаларына тейеш тип әйтелә.
Вафат булған Бөйөк Ватан һуғышы инвалидының йәки яугиренең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаилә ағзалары, мөлкәт хәленә ҡарамайынса, федераль бюджет иҫәбенә торлаҡ менән тәьмин ителә һәм бер тапҡыр ошо маҡсатта социаль ярҙам сараһы алыуға хоҡуҡлы.
Үрҙә әйтелгән категорияларға ҡараған граждандарҙы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булараҡ иҫәпкә ҡуйыу урындағы үҙидара органы тарафынан уларҙың йәшәү (теркәү) урыны буйынса биргән ғаризаһына ярашлы башҡарыла. Граждандың йәшәү урынын билдәләгәндә уның йәшәү урыны буйынса теркәлеүе төп фактор булып тора.
М. Ибраһимова, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булараҡ иҫәпкә ҡуйыуҙы һорап, яҙма ғариза менән мөрәжәғәт итергә тейеш. Ғаризаға бындай иҫәпкә ҡуйыу өсөн нигеҙ барлығын раҫлаған документтарҙы ҡушып биреү шарт.
Читайте нас: