“Бала саҡ-2019” векторы” Бөтә Рәсәй конгресы барышында Рәсәй Президенты ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова башланғысы менән ойошторолған бала саҡты яҡлау өлкәһендәге иң яҡшы төбәк социаль ғәмәлдәре билдәләнде. Башланғысты Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре күтәреп алып, төрлө номинациялар буйынса проекттар тәҡдим итте.
Конгресс барышында Анна Кузнецова еңеүселәргә дипломдар тапшырҙы. Проекттар араһында күп балалы, студент, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙе социаль яҡлауға, аборттар һанын кәметеүгә, ауыр хәлдә ҡалған балаларға һәм әсәләргә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгәндәре күп ине. Ә “Бала саҡ-2019” векторы” башланғысының төп еңеүсеһе, йәғни “Йыл проекты” тип Башҡортостандың “Ғаилә” район-ара үҙәге тәҡдим иткән “Үҫмер” социаль ҡунаҡханаһы һәм “Йорт йылыһы” балалар һәм ата-әсәләр клубы эшмәкәрлеге табылды.
Рәсәй Президенты ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил шулай уҡ социаль йәһәттән әүҙем ғаиләләргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.