Баймаҡ үҙәк китапханаһында Зәкиә Сөләймәнованың “Яҙмыштарҙан юҡтыр уҙмыштар” исемле тәүге китабының исем туйы үтте.
Кисәлә авторҙың ижадташ дуҫтары – “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижади берекмә ағзалары, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағирә Айгөл Иҙелбаева-Ишемғужина, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты, тыуған яҡты өйрәнеүсе-тарихсы Борис Хәйретдинов, туғандары, ауылдаштары, ағинәйҙәр ҡатнашты.
Зәкиә Хәмзә ҡыҙы – райондың абруйлы ағинәйе, ҡул эштәре оҫтаһы, төрлө кимәлдә үткәрелгән нәфис һүҙ оҫталығы конкурстарында әүҙем ҡатнашыусы. Уның күҙ нурҙары һалынған ҡул эштәре күргәҙмәләрҙә, район һабантуйҙарында һәр саҡ юғары баһа ала.
Ағинәй ижад менән дә шөғөлләнә. Уның төрлө йылдарҙа яҙылған ижад емештәре бер йыйынтыҡҡа тупланып, уҡыусы хөкөмөнә тапшырылды.