Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2019, 13:44

Бәхил бул, башҡорт улы!

Әлеге мәлдә Өфөләге Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда ҡаты ауырыуҙан һуң ваҡытһыҙ вафат булған республика Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Артур Әхмәтханов менән хушлашалар.

Әлеге мәлдә Өфөләге Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда ҡаты ауырыуҙан һуң ваҡытһыҙ вафат булған республика Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Артур Әхмәтханов менән хушлашалар.

Матәм митингында ҡатнашыусылар араһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, парламент етәксеһе Константин Толкачев, республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, беренсе президент Мортаза Рәхимов, мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, мәрхүмдең хеҙмәттәштәре, ғаилә ағзалары, яҡындары һәм башҡалар бар.

Сығыштарҙа Артур Әхмәтхановтың ил һәм республика үҫешенә индергән оло хеҙмәте телгә алынды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, ул “ысын һуғышсы, башҡорт халҡының тоғро улы булды, ҡаты ауырыһа ла, һуңғы сиккәсә бирешмәне”.

Билдәле булыуынса, Артур Әхмәтханов былтыр көҙ Хөкүмәт вице-премьеры вазифаһына тәғәйенләнгәйне. Именлек, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Юстиция буйынса дәүләт комитеты, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләрен көйләүгә яуаплы ине.

Салауат районында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ уголовный розыск оперуполномоченныйынан алып Өфөнөң Орджоникидзе районы эске эштәр идаралығы начальнигына тиклем хеҙмәт юлы үткән. Артабан республика Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы, Башҡортостандың эске эштәр министры урынбаҫары, йәмәғәт именлеге милицияһы хеҙмәте начальнигы була. 2008 – 2016 йылдарҙа Төньяҡ Осетияла эске эштәр министры вазифаһын башҡара.

Артур Әхмәтхановтың ил алдындағы хеҙмәте лайыҡлы баһаланды. Ул II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” һәм Салауат Юлаев ордендары һәм IV дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орденының миҙалы һәм башҡа миҙалдар, исемле ҡорал менән бүләкләнде.

Артур Фәрүәз улын һуңғы юлға оҙатырға килгән халыҡ ағымы бина алдынан уҡ оҙон сират булып теҙелде. Бар ғүмерен тәртип һаҡлау органдарында хеҙмәт итеүгә арнаған генерал Өфөнөң Мосолман зыяратында ерләнәсәк.

Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас: