– Алкоголь шул уҡ наркотик кеүек. Ә беҙҙең аҙыҡ-түлек баҙарының 70 процентын тиерлек спиртлы эсемлектәр тәшкил итә, – тине бөгөн Башҡорт дәүләт университетында үткәрелгән “Алкоголь продукцияһын торлаҡ йорттарҙа урынлашҡан кафеларҙа тәүлек әйләнәһенә һатыу проблемаһы” тигән ижтимағи тыңлауҙарҙа “Айныҡ Рәсәй” ойошмаһы етәксеһе, Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Солтан Хәмзәев.