Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2019, 16:22

Уҡыусыға ла яза ҡаты

Күгәрсен районында 16 йәшлек үҫмер дәресте өҙөү маҡсатында социаль селтәрҙә мәктәптә шартлатҡыс һалыныуы тураһында мәғлүмәт бирә.

Күгәрсен районында 16 йәшлек үҫмер дәресте өҙөү маҡсатында социаль селтәрҙә мәктәптә шартлатҡыс һалыныуы тураһында мәғлүмәт бирә.


Үҫмерҙең уйламай эшләгән аҙымы уның тормошон боҙҙо тип әйтергә була, сөнки Рәсәй Енәйәт кодексының 207-се статьяһына ярашлы, “террор акты тураһындағы ялған мәғлүмәт өсөн” уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Бындай тәртип боҙған өсөн 200 – 500 мең һум күләмендә штраф һалыу йә өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеү, йә ике йылдан алып өс йылға тиклем мәжбүри эштәргә йәлеп итеү ҡаралған.


Автор фотоһы.
Читайте нас: