Кисә-бөгөн республикала ҡойма һәм йәшенле ямғыр, боҙ борсағы яуа, көслө ел иҫә. Эҫе көндәрҙән һуң бер аҙ еңелерәк булып ҡалды, ләкин һауа торошо бәлә лә алып килде.
Мәҫәлән, Балтас һәм Тәтешле райондарында йәшендән йорттар зыян күрҙе. Үрге Тәтешле ауылында ошо рәүешле сыҡҡан уттың ҙурға китеүен янғын һүндергес ҡулайламаһы иҫкәртә. Күршеләргә ҡунаҡҡа ингән хужалар, уның тауышын ишетеп, ҡайтып өлгөрә.
Ә бына Түбәнге Һикеяҙҙа осраҡлы рәүештә генә берәү ҙә зыян күрмәй. Урамға сыҡҡан хужабикә өйгә ингәс, бөтә ерҙе күкһел төтөн солғағанын күрә. Был ваҡытта бөтә розеткаларҙан да электр приборҙарының тоташтырғыс сымдары һурып алынған булһа ла, йәшен стеналағы электр счетчигын, баҙҙағы һыу үткәргес торбаларын урталай яра, шулай уҡ тәҙрә ҡорғандары янып китә.
Әйткәндәй, яҡында йәшен ҡайтарғыс булмай, йорт та страховкаланмаған икән. Ярай әле өй тотошлай янып китмәгән...