Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2019, 11:36

Аңлашыу таптыҡ

Ил үҫешен күҙ уңында тотоп, төрлө проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла, теге йәки был тармаҡта реформалар үткәрелә. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар тирәһендәге яңылыҡты биләүҙәге сабый ғына белмәйҙер. Ул төрлө ерҙә төрлөсә ойошторолған. Иглин районы иһә алдынғылар исемлегенә индерелгән. Эштең ойошторолоуы тураһында Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Наталья АГЕЕВА һөйләй.

– “Экотранс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшенән иглиндәр ҡәнәғәт, ошо ойошма ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыуҙы беҙҙә ойошторған.

Районда бөтәһе 19 ауыл советына 119 ауыл ҡарай, уларға контейнерҙар урынлаштырыу һәм контейнер майҙансыҡтары төҙөү дауам итә.

“Халыҡ менән аңлашыу таптығыҙмы?” тип йыш һорайҙар. Әлбиттә, яҡташтарыбыҙ беҙгә һәр саҡ теләктәш булды, киләсәктә лә мөнәсәбәттәрҙең көйлө булырына тулыһынса ышанам. Өфөгә ҡул һуҙымындай яҡын урынлашыуыбыҙ барыбыҙға ла ҙур яуаплылыҡ өҫтәй, район аша федераль трассаның үтеүе лә ҙур бурыстар йөкмәтә. Хәйер, тәртип-таҙалыҡ йәһәтенән һәр саҡ алдынғы булдыҡ.
Читайте нас: