Конгресс барышында Өфө бала хоҡуҡтарын яҡлау үҙәгенә әйләнде.
Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында “Бала саҡ-2019” векторы” Бөтә Рәсәй конгресы үтте. Ул үҙ эсенә ике ҙур сараны – Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең XVI съезын һәм III Республика ата-әсәләр форумын берләштерҙе. “Рәсәйҙә демография: киләсәк – балаларҙа. Киләсәк балалар менән” тигән дөйөм саҡырыу аҫтында ойошторолған конгреста Рәсәйҙең 85 төбәгенән 300-ҙән ашыу делегат ҡатнашты.
Улар ғаиләлә үҫергә тейеш
Конгресс башланырҙан бер көн алда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова “Беҙҙең өйҙөң йәме” проектында ҡатнашты. Каринэ Хәбирова тәҡдим иткән был проектты балалар табибы Леонид Рошаль, СССР-ҙың халыҡ артисы Лев Лещенко һәм опера йырсылары, Башҡортостандың халыҡ артистары ағалы-ҡустылы Абдразаҡовтар, телевидение алып барыусыһы Инна Чурикова хуплап сыҡты. “Беҙҙең өйҙөң йәме” телевидение проектының идеяһы – балалар, сабыйҙар йорттарында тәрбиәләнгәндәргә ата-әсәһен табыуҙа, ғаиләгә урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәтеү.
Был көндө Өфөләге сабыйҙар йортонан ике бала ата-әсәле булды. Уларҙы Пермь крайынан Череневтар ғаиләһе үҙ ҡосағына һыйындырҙы.
Әлеге көнгә тиклем “Беҙҙең өйҙөң йәме” проекты ярҙамында 12 бала ғаиләле булған. Дүрт ай эсендә 61 тапшырыу төшөрөлгән.
Иғтибар үҙәгендә – ғаилә ҡиммәттәре
Конгресты тантаналы асыу барышында әһәмиәтле сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова тәбрикләне. Шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың, Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенконың һәм Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцованың ҡотлау сәләме еткерелде.
“Бала саҡ-2019” векторы” Бөтә Рәсәй конгресын асыу тантанаһындағы сығышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров республикабыҙҙа демография сәйәсәтен тормошҡа ашырыу юлдары, бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса алып барылған эштәр, ғөмүмән, бала саҡты нисек бәхетле итеү тураһындағы уйҙары менән бүлеште.
– Конгресс беҙгә, Рәсәй субъекттары вәкилдәренә, был тәңгәлдәге тәжрибә менән уртаҡлашыу мөмкинлеге биреүе менән әһәмиәтле. Бөгөн беҙҙең өсөн нимәләр мөһим? Дөрөҫөн әйткәндә, миңә ҡайһы берҙә замана балалары йәл кеүек. Юҡ, мин уларҙы кәм тимәйем, киреһенсә, йәш быуын беҙгә ҡарағанда яҡшыраҡ, үҫешкәнерәк, ҡыҙығыраҡ. Әммә улар өҫтөнә мәғлүмәт ағымы ябырыла, һәм ул – агрессив ағым. Балалар виртуаль донъяла йәшәй, һөҙөмтәлә ғаиләне бөтөн иткән ҡиммәттәр юғала. Бөгөн балаларыбыҙҙың күңелен аулау бара, – тип билдәләне төбәк етәксеһе.
Шулай уҡ Радий Фәрит улы бала мәнфәғәттәрен яҡлауға арналған мөһим сарала белем биреү барышындағы көсөргәнешлекте кәметеү, йәш быуындың сәләмәтлеге, мәктәп туҡланыуы, тыуымды арттырыу, һаулыҡ йәһәтенән үҙенсәлекле балаларҙың көнитмеше тураһында ла һөҙөмтәле һөйләшеүгә саҡырҙы һәм Башҡортостанда был йәһәттән алып барылған эштәргә, яңы башланғыстарға туҡталды. Мәҫәлән, республика мәктәптәренең биш көнлөк уҡытыуға күсерелеүе, уҡыуҙан азат шәмбе иҫәбенә балаларҙың сәләмәтлеген нығытыуға, ижади һәләттәрен үҫтереүгә, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән саралар ойошторола башлауын конгреста ҡатнашыусылар хуплап ҡаршы алды.
“Йыл проекты” – Башҡортостандан!
“Бала саҡ-2019” векторы” Бөтә Рәсәй конгресы барышында Рәсәй Президенты ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова башланғысы менән ойошторолған бала саҡты яҡлау өлкәһендәге иң яҡшы төбәк социаль практикалары билдәләнде. Башланғысты Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре күтәреп алды, һәм улар төрлө номинациялар буйынса проекттар тәҡдим итте.
Конгресс барышында Анна Кузнецова еңеүселәргә дипломдар тапшырҙы. Проекттар араһында күп балалы, студент, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙе социаль яҡлауға, аборттар һанын кәметеүгә, ауыр хәлдә ҡалған балаларға һәм әсәләргә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән проекттар күп ине. Ә “Бала саҡ-2019” векторы” башланғысының төп еңеүсеһе, йәғни “Йыл проекты” тип Башҡортостандың “Ғаилә” район-ара үҙәге тәҡдим иткән “Үҫмер” социаль ҡунаҡханаһы һәм “Йорт йылыһы” балалар һәм ата-әсәләр клубы эшмәкәрлеге табылды. Миләүшә Мырҙағәлина етәкселегендәге был проект ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә иртә осорҙа ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Шулай уҡ Рәсәй Президенты ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил социаль йәһәттән Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәшәгән әүҙем ғаиләләргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Мәҫәлән, Яңауыл ҡалаһынан Раяновтар ғаиләһе “Алдынғы ҡарашлы ата-әсәләр” клубы ойошторған, бында төрлө ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үтә. Иҫке Балтас ауылынан Шәймөхәмәтовтар ғаиләһе патронат тәрбиәгә бала алыу буйынса тәжрибә майҙансығына тәүгеләрҙән булып ҡушылған.
Йәнле аралашыуға бер нәмә лә етмәй
Пленар өлөштән һуң Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең XVI съезы һәм III Республика ата-әсәләр форумы үҙ эшен майҙансыҡтарға бүленеп дауам итте.
Башҡортостанда өсөнсө тапҡыр үткәрелеп, матур йолаға әйләнә барған ата-әсәләр форумында ҡатнашыусылар биш көнлөк уҡыуға күскәндән һуң тематик шәмбеләрҙе ойоштороу тураһында фекер алышты. Ғаилә туристик походтар, экологик, мәҙәни шәмбеләр уҙғарыу тураһында тәҡдимдәр яңғыраны. Этно-шәмбе тураһындағы идея ла күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Уның барышында мәктәптәр араһында һабантуй кеүек милли байрамдар үткәрергә, төрлө кәсептәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтергә мөмкин, тине ата-әсәләр.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөтә был башланғыстарҙы хуплауын белдерҙе. Республика мәктәптәрендәге был яңылыҡҡа Анна Кузнецова ла юғары баһа бирҙе. “Бөгөн йәмғиәттә ата-әсәнең балаһы менән ваҡыт уҙғарыуы айырым ихтыяжға әйләнде. Был йәһәттән һеҙҙең тәжрибә бик мөһим”, – тине ул.
Әсәлек таланттар асырға һәләтле
Сара барышында “Торатау” конгресс-холында төрлө күргәҙмәләр эшләне. Мәҫәлән, “Әсәлек таланттар аса” тип аталған картиналар күргәҙмәһенә төрлө һөнәр эйәһе булған әсәләрҙең ижади эштәре ҡуйылған ине. Уларҙың күбеһе рәсем төшөрөү менән йә йөклө саҡта, йә сабыйы тыуғас шөғөлләнә башлаған. Был ҡыҙыҡлы проектты республикабыҙ етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова ойошторҙо. Ул, әсәлек хисен татығас, ошо шөғөл менән мауығып киткән һәм байтаҡ фекерҙәштәр тапҡан.
Ойоштороу комитеты 164 ғариза һәм 612 ижади эш ҡабул иткән. Һайлап алынғандан һуң уларҙың 212-һе конгресс делегаттары иғтибарына тәҡдим ителгән. Бында Каринэ Хәбированың да ике картинаһын күрергә мөмкин булды.
Ғөмүмән, “Бала саҡ-2019” векторы” Бөтә Рәсәй конгресы йәнле аралашыуға, ҡыҙыҡлы фекер алышыуҙарға ҡоролдо, ул күптәрҙе яңы башланғыстарға дәртләндерҙе һәм тормошта иң мөһим ҡиммәттәр – ғаилә именлеге һәм балаларыбыҙҙың һау-сәләмәт, бәхетле булыуы икәненә тағы бер тапҡыр инандырҙы.