Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Май 2019, 13:22

Илдең иң көслө кешеһе – Өфөлә!

Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш иткән төбәк операторҙарының III Халыҡ-ара съезын асҡанда 16 тонналыҡ лифтты урынынан ҡуҙғатты.

Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш иткән төбәк операторҙарының III Халыҡ-ара съезын асҡанда 16 тонналыҡ лифтты урынынан ҡуҙғатты.


Былтыр ул Түбәнге Новгородта үткәрелгән ошондай уҡ сарала “Таҙа ил” ойошмаһына ҡараған компания уйлап сығарған һәм етештереүгә тәҡдим иткән 15 тонналыҡ сүп-сар машинаһын шылдырғайны. Әйткәндәй, был акция “сүп-сар” тармағындағы үҙгәрештәрҙе атҡарыу еңел түгеллегенә үҙенә күрә бер ишара. – Мин – башҡорт. Ә миңә ата-бабаларыбыҙҙың тарихы бик ҡәҙерле.


Шуға бөгөн Алтын Урҙа осорона ҡараған кафтанды кейҙем. Беҙ йолаларыбыҙҙы һаҡлап, киләсәк быуындарға тапшырырға тейешбеҙ, – ти Эльбрус Ниғмәтуллин.


Фото: Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Читайте нас: