Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Май 2019, 14:47

Мәктәпкә шартлатҡыс һалғандар...

Күгәрсен районында була был ҡыҙғаныс хәл. 16 йәшлек үҫмер социаль селтәрҙәге сәхифәһендә мәктәпкә шартлатҡыс һалынасағы тураһында яҙа. 

Күгәрсен районында була был ҡыҙғаныс хәл. 16 йәшлек үҫмер социаль селтәрҙәге сәхифәһендә мәктәпкә шартлатҡыс һалынасағы тураһында яҙа.


Үҙенсә, дәрестәрҙе өҙөргә, бер ҡыҙыҡ эшләргә уйлаған. Имеш, шаяртҡан ғына.


Шаяртыуын шаяртҡан да, ахыры нимә менән бөтәсәге хаҡында уйламаған шул. Был уйын үҫмергә ҡыйбатҡа төшәсәк. Хәҙер егет енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Бындай енәйәт өсөн 200 меңдән 500 меңгә тиклем штраф һалыуҙары, өс йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙәре йәки өс йылға ҡәҙәр мәжбүри эшкә йәлеп итеүҙәре ихтимал.


Фото:kazan.kp.ru
Читайте нас: