Бүздәк районында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсеү уңышлы бара. Республика кадастры мәғлүмәттәренә ярашлы, район биләмәһендә рөхсәт ителмәгән 49 сүп һалыу урыны булған, бөгөнгә уларҙың барыһы ла бөтөрөлгән.
– Беҙҙә район буйынса ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын даими сығарыу 2014 йылдың авгусында уҡ ойошторолған, – ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары Салауат Сәйфуллин. – Быйылғы йылдың 1 ғинуарынан сүп-сар сығарыу менән “Экология Т” йәмғиәте шөғөлләнә, ҡалдыҡтарҙы туплау нормаһы йылына 1,92 кубометр итеп билдәләнгән.
Йәмғиәт район биләмәһендә ҡалдыҡтар сығарыу графигын ай һайын аныҡлай, сүпте аҙна һайын алып китәләр.