Ауыл мәсьәләләрен хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә алған старосталарҙы халыҡ һайлаясаҡ йәки урындағы власть тәғәйенләйәсәк. Уларға төбәкте төҙөкләндереү, тәртип һаҡлау, спорт сараларын йәнләндереү кеүек эштәрҙе йөкмәтеү ҡарала. Эш хаҡы түләнмәйәсәк, ә вазифа срогы — ике йылдан биш йылға тиклем.