Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Май 2019, 13:40

Яңы контейнер уйлап сығарылған

Көнкүреш ҡалдыҡтары менән шөғөлләнеүсе төбәк операторҙарының һорауҙарын һәм теләктәрен иҫәпкә алып, контейнерҙарҙың яңы төрө уйлап сығарылған. Уны ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш иткән төбәк операторҙарының III Халыҡ-ара съезында күрһәткәндәр.

“ТоргКомс-Груп” компанияһының үҫеш буйынса директоры Владимир Локтионовтың белдереүенсә, бөгөн ныҡлы, күләмле, әммә шул уҡ ваҡытта еңел контейнерҙар талап ителә. Был бер рейста мәмкин тиклем күберәк сүп-сар ташыу өсөн кәрәк. Һөҙөмтәлә транспорт сығымдары кәмейәсәк. Ә был талаптарға “Титан” моделе яуап бирә. Уны быйыл уҡ күпләп етештереү планлаштырыла.

Компания белгестәре барыһы 300-гә яҡын контейнер төрөн уйлап сығарған. Уларҙың 30-ға яҡыны – сериялы етештереүҙә. Ҡалғандары – шәхси заказдар. Әле предприятие продукцияһын 50-гә яҡын төбәк һатып ала.

Фото: Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Читайте нас: