Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөлә күп фатирлы йорттар подъездарын ремонтлау буйынса программаның тормошҡа ашырылыу барышы менән танышты.
Төбәк етәксеһе Салауат урамы, 11/1 адресы буйынса урынлашҡан йорттағы яңыртыу эштәрен юғары баһаланы. Унда стенаны артабан буяу маҡсатында тигеҙләгәндәр, ингән ер тәртипкә килтерелә, беренсе ҡатта плитә һалыу планлаштырыла. Кәрәк икән, почта йәшниктәре яңыға алмаштырыласаҡ.
Һәр этапта эш бында йәшәгәндәр менән кәңәшләшеү нигеҙендә башҡарыла. Мәғлүм булыуынса, был – программала ҡаралған мөһим шарт. Әле был йорт фатирҙары милекселәре стенаны ниндәй төҫкә буяу хаҡында фекер алыша.
Подрядсы ойошма вәкиле һүҙҙәренсә, бында эш 1 майҙа башланған, бер айҙан тамамлау планлаштырыла.
Радий Хәбиров ихата биләмәһен, эргәләге балалар майҙансығын төҙөкләндереү мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса, был йәһәттән эш киләһе йыл башҡарыласаҡ.
Республика етәксеһе шулай уҡ йортта йәшәүселәр менән аралашты. Халыҡ билдәләүенсә, быға ҡәҙәр уңайлы йәшәү шарттарына әлегеләй иғтибар бүленмәгән.