Бында ҡул оҫталарының төрлө әйберҙәре сығарыласаҡ. Һатыу урындары бушлай бирелә. Ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре эшләүселәр, сейлән, бәйләм, сигеү оҫталары, тормош-көнкүреш әйберҙәрен яһаусылар – уларҙың һәр береһенең үҙ хеҙмәт өлгөһөн тәҡдим итеү мөмкинлеге бар.