Ишетеп-күреп тороуыбыҙса, сит ерҙәрҙә баш һалған яугирҙәрҙең һөйәктәрен тыуған тупрағына алып ҡайтып ерләү осраҡтары байтаҡ хәҙер.
Мәҫәлән, Белорет ҡалаһында күптән түгел шундай ваҡиға булды. Николай Ильич Трапезниковтың һөйәктәрен 77 йылдан һуң тыуған төйәгенә алып ҡайтып ерләнеләр. Дошмандарға ҡаршы алышҡан яугир-пулеметсы 1942 йылдың 25 ноябрендә батырҙарса һәләк була.
Ҡаһармандың һөйәктәрен тыуған тупрағына алып ҡайтыу уңайынан Белорет ҡалаһының Геройҙар аллеяһында матәм митингы ойошторолдо. Унда “Хәтер вахтаһы” эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Николай Лукин, яугирҙең яҡындары, ейән-бүләләре һ.б. ҡатнашты.