Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2019, 18:33

Көйөргәҙеләр — эҙәрмәндәр

Көйөргәҙе районының “Подвиг” эҙәрмәндәр отряды “Хәтер вахтаһы-2019” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты. Зәк-Ишмәт урта мәктәбенең ете уҡыусыһы илһөйәрлек, тоғролоҡ өлгөһө күрһәтте.

Көйөргәҙе районының “Подвиг” эҙәрмәндәр отряды “Хәтер вахтаһы-2019” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты. Зәк-Ишмәт урта мәктәбенең ете уҡыусыһы илһөйәрлек, тоғролоҡ өлгөһө күрһәтте.


Билдәһеҙ ҡәберлектәрҙе һәм ерләнмәгән яугирҙәр кәүҙәләрен эҙләү экспедицияһында илдең төрлө төбәктәренән 261 кеше ҡатнашты. Сталинградты һаҡлаусы 269 яугирҙең кәүҙәһе табылып яңынан ерләнде. Башҡортостан эҙәрмәндәре 15 һалдат кәүҙәһен тапты. Аҙаҡ улар Советтар Союзы Геройы летчик-истребитель Шамил Әбдрәшитовтың хәрби юлын тулыраҡ өйрәнеү маҡсатында Севастополь ҡалаһына экспедиция ойошторҙо.


Билдәле булыуынса, Шамил Монасип улының самолеты дошман артиллерияһы тарафынан 1945 йылдың 4 майында атып төшөрөлә. Эҙәрмәндәр батыр яҡташтарын иҫкә алып, диңгеҙгә сәскә бәйләме һалды.


Фото: Көйөргәҙе районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: