Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2019, 22:00

Һөнәре буйынса иң яҡшылары кемдәр?

Баймаҡ ҡалаһындағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары эшселәре араһында “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” республика конкурсының төбәк-ара ярышы үтте.

Фото Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Баймаҡ ҡалаһындағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары эшселәре араһында “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” республика конкурсының төбәк-ара ярышы үтте.
Унда Баймаҡ, Сибай ҡалалары, Әбйәлил, Учалы, Хәйбулла, Йылайыр райондары вәкилдәре һынау тотто.
Эшсе һөнәренең абруйын арттырыу, араларынан иң оҫталарҙы һайлап алыу маҡсатында ойошторолған ярышта тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр ҙә, йәштәр ҙә, студенттар ҙа ҡатнашты. Мәҫәлән, Сибайҙан 21 йәшлек Сергей Чуднов – һөнәре буйынса тракторист- машинист. Конкурста тәүге тапҡыр көсөн һынауына ҡарамаҫтан, ул, тәжрибәле һөнәрҙәштәрен күпкә артта ҡалдырып, беренсе урынды яуланы!
Бында ҡатнашыусыларҙың теоретик белемен дә, практик яҡтан өлгөргәнлеген дә тикшерҙеләр. Баһалама ағзалары уларҙың эш сифатына, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен нисек үтәүенә, махсус кейемдәренең торошона ла айырым билдәләр ҡуйҙы.
Һөҙөмтәлә Хәйбулла районынан Фирғәт Түвәлев – “Иң яҡшы слесарь-сантехник”, Рафиҡ Солтангилдин – “Иң яҡшы ҡаҙанлыҡ операторы”, Баймаҡтан Ринат Тутаев – “Иң яҡшы электромонтер”, Хәмит Хәбибуллин – “Иң яҡшы ихата алды йыйыштырыусыһы”, Айнур Ҡолбулдин “Иң яҡшы иретеп йәбештереүсе” булып танылды.


Призлы урын яулағандарға – дипломдар, ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Рәхмәт хаттары тапшырылды. Конкурс еңеүселәре төбәк данын республика кимәлендә яҡлаясаҡ.