Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2019, 16:43

Смартфоның Huawei булһа, бөттө баш...

Google Play һәм Google Play Protect программалары Huawei смартфонын быға тиклем һатып алып өлгөргән кешеләрҙә генә эшләйәсәк. Был турала “Reuters” агентлығына Google вәкиле әйткән.

Google Play һәм Google Play Protect программалары Huawei смартфонын быға тиклем һатып алып өлгөргән кешеләрҙә генә эшләйәсәк. Был турала “Reuters” агентлығына Google вәкиле әйткән.


Агентлыҡ Америка корпорацияһының Ҡытайҙың Huawei компанияһы менән эш алып барыуын туҡтатыуы тураһында хәбәр иткәйне. Сәбәбе - Американың сауҙа министрлығы Huawei компанияһын АҠШ-тың милли хәүефһеҙлегенә ҡаршы килгән эшмәкәрлеге өсөн “ҡара исемлек”кә индерергә ниәтләй.


Был ғәмәлгә ингән осраҡта Huawei гаджеттарында Android яңыртылыуҙан туҡтаясаҡ. Ә киләһе быуын смартфондарында Google сервистарына – Google Play магазины ҡушымтаһы, браузер, почта, карта һәм башҡаларға бөтөнләй тоташып булмаясаҡ.


Корпорацияла әлеге мәлдә Америка властарының ҡарары эҙемтәләрен тикшерәләр. Башҡа бер ниндәй ҙә асыҡлыҡ юҡ.


Фото: Huawei