Йыл башынан алып республика юлдарында 445,8 мең соҡор ямалған, шуның 181,3 меңе – май айында.
“Юл эксперты” ҡушымтаһына 38,2 меңгә яҡын мәғлүмәтте ҡабул иткән, 23,5 меңдән ашыу ғариза эшкәртелгән. Соҡорҙарҙы ямау раҫланған графикка ярашлы бара. Шул уҡ ваҡытта Ағиҙел, Өфө, Нефтекама ҡалалары был йәһәттән йыллыҡ планды үтәп тә өлгөргән.
Ихаталарҙағы соҡорҙар буйынса 8,2 мең ғариза булған, шуларҙың 2,8 меңе буйынса эш башҡарылған. Ихаталар буйлап йөрөп сығыу һөҙөмтәһендә асыҡланған 19,5 мең соҡор ямалған. Эште 15 июнгә тулыһынса тамамлау планлаштырыла.
1 июндән юлдарҙың асфальт-бетон япмаһын капиталь ремонтлау башлана. Ул 15 ноябргә тиклем барасаҡ.
Вице-премьер урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Кирәев әйтеүенсә, автомобилдәрҙе газонға, тротуарға, балалар майҙансыҡтарына ҡуйыуға ҡаршы көрәш дауам итә. 14 апрелдән 1 693 ҡойма бағанаһы, 4 426 погон метрлыҡ ҡойма ҡуйылған, 9 меңе төҙөкләндерелгән.