Ун йыл буйына улын тәрбиәләү өсөн бер тапҡыр ҙа аҡса түләмәгән ҡатынды эҙләйҙәр. Бурыс суммаһы инде 1,5 миллион һум тәшкил итә, ти суд приставтары. Ҡатындың Салауат районында тыуып үҫеүе билдәле.
Әсәнең Мәскәүҙә һатып алған машинаһына арест һалынған, ә үҙен таба алмайҙар. Инде улы 15 йәшлек үҫмер булған. Йөрәге юҡмы икән ни был әсәнең, тип аптырарға ғына ҡала. Улың һине көтә, Ләйсән!